Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
15 Июнь 2020, 12:10

Хөрмәтле ветеранға бүләккә гәзит

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина был юлы ла ”Йәнтөйәк” бүләк итәм!” акцияһына ҡушылды.

Лариса Фәрит ҡыҙы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен Төлгөҙбаш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәхтигәрәй бабай Ғиззәтуллинға бүләк итте. Бына бер нисә йыл инде Бәхтигәрәй Зиннәтулла улы менән Наилә Закирйән ҡыҙы әүҙем йәмәғәтсе, инициативалы етәксе яҙҙырған “Йәнтөйәк” гәзитен уҡып барҙы.
“Көҙөн атайыбыҙға 93 йәш тула. Сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, ул хәҙер гәзит-журналдар уҡый алмаһа ла, Лариса Фәрит ҡыҙына бик рәхмәтле”, — тине Свердловск өлкәһенең Сысерть ҡалаһында йәшәүсе һәм әлеге ваҡытта ата-әсәһе эргәһендә ялда булыусы оло ҡыҙҙары Роза апай.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: