Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
5 Июнь 2020, 16:43

«Ун көнлөктә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!»

Асҡын ауылында йәшәүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы мөдире Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдинова ун көнлөк сиктәрендә республика һәм районыбыҙҙа сығыусы “Йәнтөйәк”, “Ышаныч” гәзиттәренә яҙылды.

2020 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһының иң ҡыҙған мәле. Әле, 1 июндән 10-ына тиклем, ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө бара. Күптәр был мөмкинлек менән файҙаланып ҡалырға ашыға. Асҡын ауылында йәшәүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы мөдире Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдинова был юлы ла ике гәзиткә — “Йәнтөйәк” һәм “Ышаныч”ҡа яҙылды.
— «Йәнтөйәк» район
-ара һәм “Ышаныч” район гәзиттәрен күптәндән алдырам, яратып уҡыйым. Был баҫмаларҙың сайттарын да ҡарап, уҡып барам, бик оҡшай. Беҙ бәләкәйҙән гәзит-журналдар уҡып үҫкәс, интернет булыуға ҡарамаҫтан, барыбер ҙә гәзитте ҡулға тотоп рәхәтләнеп уҡырға яратабыҙ. Шуға ла һәр саҡ район, республика һәм төбәк баҫмаларына яҙылабыҙ. Был, үҙ сиратында, балалар өсөн дә матур өлгө булып тора. Улар йәштән уҡып үҫһә, айырыуса һөйөнөслө. Гәзит аша яңылыҡтарҙы белеү, төрлө файҙалы мәғлүмәт менән танышыу фекерләү ҡеүәһен арттыра, аҡылды үҫтерә. Эштә лә хеҙмәттәштәрем район һәм республика баҫмаларына яҙылды, — тип гәзит уҡыуҙың әһәмиәтен билдәләп, башҡаларҙы ла ун көнлөк ваҡытында гәзиттәргә ташламалы хаҡ менән яҙылып ҡалырға саҡырҙы әүҙем йәмәғәтсе, дүрт бала әсәһе Дилбәр Марсель ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: