Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
4 Июнь 2020, 19:10

“Йәнтөйәк”те яратып уҡый

1 июндә “Рәсәй почтаһы" федераль почта элемтәһе 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан иткәйне. Ул 10 июнгә тиклем дауам итә. Шишмә-Үрәкәй ауыл китапханаһының баш китапханасыһы Финиза Асҡарова форсаттан файҙаланып, “Йәнтөйәк”кә яҙылып ҡуйған.

— Китапханасы булараҡ, минең эш көнөм китаптар, гәзит-журналдар араһында үтә. Әҙәбиәт аша күңелебеҙҙе байытһаҡ, ваҡытлы матбуғат аша донъя, ил, республика, район яңылыҡтары менән танышабыҙ, белемебеҙҙе арттырабыҙ, тормошсан кәңәштәр алабыҙ. Район гәзиттәрен ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ. Бына ике йыл инде “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен дә алдырам. Баҫма бик оҡшай. Китапханала районыбыҙҙың билдәле шәхестәре, ауылыбыҙ кешеләре тураһында яҙылған материалдарҙы айырым папкаға туплайым һәм төрлө әңгәмәләр, кисәләр үткәргәндә ҡулланам. Шулай уҡ гәзиттәрҙе файҙаланып, кәрәкле,фәһемле материалдарҙан картотекалар тултырып барам, — ти Финиза Фазлинур ҡыҙы.
Хөрмәтле дуҫтар! Ә һеҙ район гәзиттәренә яҙылдығыҙмы әле? Яҙылып өлгөрмәгән булһағыҙ, ун көнлөктән файҙаланып ҡалығыҙ! Алты айға «Йәнтөйәк» район-ара гәзитенә почта аша яҙылыу хаҡы - 412 һум 86 тин. Хәүефһеҙлек сараларын үтәп, үҙегеҙ ҙә почта бүлексәһенә барып яҙыла алаһығыҙ, хат ташыусыны өйөгөҙгә саҡырырға ла мөмкин. Әгәр гәзитте үҙегеҙ Асҡын мәғлүмәт үҙәгенән (редакциянан) килеп алһағыҙ, алты айға яҙылыу хаҡы 360 һумға төшәсәк.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: