Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
1 Июнь 2020, 17:57

Ташламалы хаҡҡа “Йәнтөйәк”кә яҙылып ҡалығыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөн, 1 июндә, “Рәсәй почтаһы" федераль почта элемтәһе иғлан иткән 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланды. Ул 10 июнгә тиклем дауам итәсәк.

Үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытында ваҡытлы матбуғатҡа өйҙән сыҡмай ғына, rbsmi.ru сайтына инеп, онлайн яҙылырға мөмкин. Ташламаны ҡулланыу өсөн махсус купонды тултырғанда ДЕКАДА2020 промо-кодын яҙырға онотмағыҙ. Шулай уҡ гәзиткә podpiska.pochta.ru һылтанмаһы аша инеп, еңел генә яҙылып була. Гәзит почта аша киләсәк.
Элеккесә почтальон ярҙамында ла гәзиткә яҙылырға мөмкин. Хәүефһеҙлек сараларын файҙаланып, хат ташыусыны өйгә саҡырырға мөмкин.
Алты айға «Йәнтөйәк» район-ара гәзитенең хаҡы - 412 һум 86 тин.
Гәзитте үҙегеҙ райондарҙағы редакцияларҙан килеп алһағыҙ, алты айға 360 һумға яҙылырға мөмкин.
Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, гәзитебеҙҙең киләсәге өсөн битараф булмайыҡ. Тамсыларҙан күл йыйыла, тип халҡыбыҙ юҡҡа ғына әйтмәгән. "Йәнтөйәк" район-ара гәзитеүҫешенә һәр кем ҡулдан килгәнсә ярҙам итә ала. Бының өсөн гәзитебеҙҙең сайтына — bash.rbsmi.ru - инеп, ундағы “Окажи помощь изданию” тип яҙылған һары "тәҙрә"гә баҫырға һәм бирелгән махсус форманы тултырырға кәрәк. Башҡорт теле йылындатуған телебеҙҙә сыҡҡан баҫмағатерәк булайыҡ!
Читайте нас: