Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
26 Май 2020, 18:21

“Йәнтөйәк” менән бергә ҡалығыҙ!

Бигерәк тә, үҙизоляция ваҡытында ауыл халҡына хәбәрҙәр менән танышып тороу мөһим. Почтальондар өйҙә ултырыусыларҙың гәзит алғанда нисек ҡыуанғанын яҡшы белә.

— Гәзит-журналдар уҡырға бик яратам, бигерәк тә, район баҫмаларын ихлас алдырам. Һуңғы йылдарҙа башҡорт телендә донъя күргән “Йәнтөйәк” менән дә дуҫлаштыҡ, — тип һөйләй Ҡортлокүл ауылынан Әнфисә Шәйхетдинова. — Хәҙер иһә, өйҙән дә сыҡмайынса, һуңғы яңылыҡтарҙы, ваҡиғаларҙы белеп торабыҙ.
Яугилде ауылынан башҡорт теле уҡытыусыһы Тәскирә Солтаншина икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиттәргә тәүгеләрҙән булып яҙылған.
— “Йәнтөйәк”кә, район гәзитенә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Беҙгә уларҙа баҫылған мәҡәләләрҙең барыһы ла ҡыҙыҡлы, — тип һөйләй ул. — “Караидел хәбәрләре” район тормошон яҡтыртһа, “Йәнтөйәк” алты район яңылыҡтары менән таныштыра. Белем биреүҙә лә, тәрбиәүи саралар үткәргәндә лә гәзиттәрҙе йыш ҡулланам, күп ваҡыт уҡыусыларым менән бергә әңгәмә ҡороп, унан файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табабыҙ.
2020 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бара. Туғандарығыҙҙы ла, күрше-күләнегеҙҙе лә милли баҫмаларыбыҙға яҙылырға өгөтләгеҙ. Милли баҫманан — рухиәтебеҙ хазинаһынан ситтә ҡалмайыҡ, дуҫтар!
Һүрәттә: Ҡортлокүлдән почтальон Илүсә Нурғәлиева Әнфисә Шәйхетдинованы гәзиткә яҙҙыра.
Читайте нас: