— Мин “Йәнтөйәк” гәзитен сыға башлағандан алып йыл да яҙҙырам. Гәзит бик оҡшай, алты район яңылыҡтары менән танышам, унда баҫылған уңған, булдыҡлы кешеләр, талант эйәләре, күренекле яҡташтар тураһындағы материалдарҙы ихлас уҡыйым, сайттағы, социаль селтәрҙәрҙәге материалдарҙы көн дә ҡарап барам, таныштар, ауылдаштар тураһындағыларын туғандарыма ебәрәм. Әлегесә, һәр ваҡыт ун көнлөктә яҙылып ҡалырға тырышам, — ти Рәйсә Ғафуръян ҡыҙы.
Рәйсә Сәләхетдинова үҙе лә 10 йыл почтальон булып эшләгән кеше булараҡ, милли матбуғатҡа яҙҙырыу, уны таратыу эшенең нескәлектәрен дә, ауырлыҡтарын да яҡшы белә. Тоғро дуҫыбыҙ әленән-әле ауыл, ауыл биләмәһе яңылыҡтары менән беҙҙе таныштырып тора. Үҙе лә шул яңылыҡтарҙың уртаһында “ҡайнай”: йырлап-бейеп мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, әлеге ваҡытта ирекле халыҡ дружинаһы ағзаһы булараҡ оло йәштәгеләргә ярҙамлаша, Яубүләк ауыл Советы депутаты вазифаһын да намыҫ менән башҡара.