Йәнтөйәк
+23 °С
Ясно
Антитеррор
Матбуғат-2022
24 Декабря 2019, 07:10

Яңы дуҫтар таптыҡ

Ҡариҙел почтамты бүлексәләрендә Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үтте.

Ун көн дауамында район халҡы ташлама менән 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылды. Ошо ваҡытта ауылдарҙа Матбуғат көндәре үткәрелде. Был сара гәзит уҡыусыларға бик уңайлы булды. Осрашыуҙар ваҡытында “Караидель”, “Караидел хәбәрләре”, “Йәнтөйәк” гәзиттәре үҙенең яңы дуҫтарын тапты.
Матбуғатҡа яҙылыуҙың иң ҡыҙыу осоронда редакция хеҙмәткәрҙәре Илвизә Бәҙретдинова етәкләгән Әтнәш почта бүлексәһендә булды. Ауыл халҡы акцияла әүҙем ҡатнашты һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 10-дан ашыу кеше “Йәнтөйәк”ле булды. Мәҫәлән, Сөләймән ауылында Матбуғат көнөндә почта таратыусы Роза Миңләхмәтова башҡорт телендәге район-ара баҫмаға 2020 йылдың беренсе яртыһына биш квитанция тултырҙы. Беренселәрҙән булып Мөслимә Садыҡова, ошо уҡ ауылдан хеҙмәт ветерандары Мәүлизә һәм Тимерғәле Хөснөтдиновтар, Урғыштан Мария һәм Нурихан Исламовтар гәзиттәргә күпләп яҙылды һәм редакциянан бүләк отто.
Шулай уҡ Матбуғат көндәре Яңы Бәрҙәш һәм Шамрат ауылдарында үтте. “Йәнтөйәк”тең дуҫтары — Яңы Бәрҙәштән Фәғилә һәм Әхнәф Әминевтар, Алһыу һәм Шамил Хисмәтуллиндар ғаиләләренә, Шамраттан Рәзилә Арыслановаға, Рәфилә Бәҙәмшинаға беҙҙең менән булғандары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм башҡаларҙы ла уларҙың өлгөһөнә эйәрергә саҡырабыҙ.
Люция КАРАМОВА
Читайте нас