Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
17 Декабрь 2019, 13:25

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар

Упҡанкүлдән Венера һәм Фаяз Вәлиевтар “Йәшлек” гәзитенән бүләк отто

56 йыл татыу ғүмер итеүсе Вәлиевтар йыл да республика һәм район гәзиттәренә яҙыла. 79 йәшлек Фаяз ағай 44 йыл ғүмерен ауыл хужалығына бағышлап, механизатор булған. Венера апай — мәғариф ветераны, 37 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн ете ейән-ейәнсәр, өс бүлә-бүләсәргә һөйөклө олатай һәм өләсәй булғандар.
— Гәзит-журналдар уҡырға яратабыҙ. Әле лә көтөп алабыҙ. Үҙебеҙ инде оло йәштә булһаҡ та, “Йәшлек“тән айырылмайбыҙ. 2019 йылға яҙылып, квитанциябыҙҙы ебәргәйнек, бына бүләк алып та ҡыуандыҡ. Ҙур рәхмәт, шулай гәзит уҡыусыларын дәртләндереп торғандары өсөн. Гәзит бик оҡшай, башынан аҙағына тиклем уҡыйбыҙ, — тине матбуғат баҫмаларының тоғро дуҫтары.
Наилә Имаева.
Вадим Фәүзетдинов фотоһы.
Читайте нас: