Мәсниә Мөхәмәт ҡыҙына 86 йәш. Оло йәштә булғанлыҡтан, редакциябыҙға ҡыҙы Рәүзиә апай Ғәлиәкбәрова килеп, “Йәнтөйәк” һәм “Ышаныч” гәзиттәренә яҙылып китте. “Район гәзиттәренән айырылғаныбыҙ юҡ. Бына биш мең һум аҡса уйнатылыуын ишеткәс, бәхетебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ. Әсәйем гәзиттәрҙе көтөп ала, башынан аҙағына тиклем һәр береһен уҡып сыға. Үҙебеҙ генәме ни әле, гәзиттәрҙе күршеләр ҙә беҙҙән алып уҡый”, — тип һөйләне Рәүзиә Фәғимйән ҡыҙы.