Рафания апайҙың ҡыҙы Рәидә Ғилметдинова редакциябыҙға килеп, “Йәнтөйәк” район-ара һәм “Өмет” республика гәзиттәренә яҙылды. Улар йыл да төрлө баҫмаларҙы күпләп алдыра икән. “Әсәйем мәғариф хеҙмәткәре булараҡ, электән үк гәзит-журналдарға күпләп яҙылды. Әле лә, 90 йәште уҙһа ла, аллаға шөкөр, күҙе күрә, үҙе уҡый. Быйыл да йылдағыса әллә нисә меңлек гәзиткә яҙылдыҡ. Улар араһында район гәзите — беренсе урында. Әсәйем сәләмәтлек, төрлө кәңәштәр, яңылыҡтар тураһында уҡырға ярата. Мин үҙем аш-һыу тураһындағылары менән ҡыҙыҡһынам. Яңы донъя күргәндәренә лә яҙылабыҙ”, — ти Рәидә Өлфәт ҡыҙы.