Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
9 Декабрь 2019, 12:00

Мөнзилә Солтан ҡыҙы ла акцияға ҡушылды

Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә биш мең һум аҡса уйнатыла.

2-һенән 12 декабргә тиклем дауам иткән ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгөндә Асҡын мәғлүмәт үҙәге биш мең һум аҡса уйнатыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Акция шарты буйынса гәзит уҡыусыларыбыҙ ошо ун көнлөктә ике район йәки бер район һәм бер республика баҫмаларына яҙылырға тейеш ине. Уға район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы секретары Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова ла ҡушылды. Ул ике район баҫмаһына: “Ышаныч” һәм “Йәнтөйәк” район-ара гәзиттәренә яҙылды.
“Туған теле барҙың туған рухы бар, тиҙәр. Туған телдә сыҡҡан район гәзиттәренә беҙгә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә, мотлаҡ яҙылырға кәрәк. Үҙем был баҫмаларҙы байтаҡ йылдар алдырам”, — ти Мөнзилә Солтан ҡыҙы.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: