Урмияҙ ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова йыл да “Йәнтөйәк”кә беренселәрҙән булып яҙыла. Был юлы ла ике гәзиткә яҙылып, квитанциялар күсермәһен редакциябыҙға килтереп бирҙе. Сәлимә апай “Ике гәзиткә яҙыл да, 5000 һум от!” акцияһында ҡатнашасаҡ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Ташламалы хаҡҡа матбуғатҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк тамамланырға ла ваҡыт аҙ ҡалды. Кемдәр яҙылып өлгөрмәгән, ашығығыҙ!
Наилә Имаева.