– “Йәнтөйәк” гәзитен йыл да алдырам. Быйыл да яҙылдым. Милли матбуғат баҫмалары менән бер ваҡытта ла бәйләнеште өҙмәйем, – тине әүҙем яҙылыусыбыҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район берекмәһе рәйесе, Асҡын 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина. — Башҡорт теле уҡытыусылары — туған тел һағында тороусылар, шуға үҙебеҙ беренселәрҙән булып милли матбуғатҡа яҙылып, уны пропагандаларға тейешбеҙ.