Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
7 Октябрь 2019, 16:44

Уңғандар йәрминкәлә ҡатнашты

Матбуғат байрамында гәзит уҡыусыларыбыҙ йәрминкәлә лә әүҙем ҡатнашты. Ниҙәр генә юҡ ине унда: һөт ризыҡтары ла, бешерелгән тәмлекәстәр ҙә, тегелгән, бәйләнгән әйберҙәр ҙә — барыһы ла күңел йылыһын һалып эшләнгән, матур итеп биҙәлгән!

Ҡаҙансы ағинәйҙәре йәрминкәлә лә әүҙем ҡатнашты. Улар һөт һәм ҡамыр ризыҡтары, бәйләнгән, тегелгән әйберҙәр алып килгәйне.

Мутайылғанан ҡул эше оҫтаһы Ралия апай ҙа бешеренеп тә, һөт ризыҡтарын да алып килгән. Тормош иптәше менән матур итеп өҫтәлде тултырып теҙеп тә ҡуйҙы тауарҙарын. Асҡын ауылынан Миләүшә Ҡәҙимова ла күп төрлө биҙәүестәр, сәс үргестәр, шулай уҡ үҙе эшләгән ҡурсаҡтар, аҡса янсыҡтары тәҡдим итте. Аш-һыу оҫтаһы Рәмилә Юнысова ҡайнатмалар, төрлө тәмлекәстәр һатты. Үршиҙенән Вәрисә апай күп итеп төрлөһөнән һөт ризыҡтары алып килгәйне. Үтәштән Рәйдә апай менән Нәжиб ағай Ғилметдиновтар төрлө эслекле бәлештәр, ҡабартмалар, торттар, икмәк бешергән. Шулай, йәрминкә лә байрам буйына гөрләп барҙы.
Читайте нас: