Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
7 Октябрь 2019, 12:54

Таҡмаҡ әйтеп, бейенеләр

Матбуғат байрамында таҡмаҡсылар сығышы сараға йән өрҙө.

Таҡмаҡ әйтеүселәр бәйгеһендә Иҫке Ҡаҙансы, Яңы Ҡара, Асҡын, Үршиҙе ауылы ағинәйҙәре, Әлфинә Шаймарҙанова һәм Алевтина Солодова етәкселегендә Асҡын 1-се мәктәбе уҡыусылары, Татьяна Кашина, Галина Габбасова, Олеся Чернышева район гәзиттәренә һәм, ғөмүмән, матбуғатҡа арнап бик матур йөкмәткеле таҡмаҡтар яҙып йырланы.

Иң күп таҡмаҡты ҡаҙансылар яҙғайны, сөнки ағинәйҙәрҙе етәкләүсе Мәмдүнә Зарипова йор һүҙле, шиғри күңелле, ҡалған ағинәйҙәрҙең барыһы ла тиерлек урындағы “Моң шишмә” әҙәби түңәрәге (етәксеһе Гөлфинә Исламова) ағзалары. Шуға таҡмаҡтар конкурсы иғлан итеү менән, улар һә тигәнсе таҡмаҡтар яҙып, редакциябыҙға шылтыратты.

Асҡын ағинәйҙәрен етәкләүсе Зимфира Закирова ла район гәзиттәренә бағышлап бик йөкмәткеле таҡмаҡтар ижад иткән. Иҫке Ҡаҙансынан Зөлфәҡәр Ғафуръянов уйнаған баян моңдарына ҡушылып улар матур итеп йырланы.

Фәнизә Сәлимгәрәева етәкләгән Үршиҙе ағинәйҙәре сығышы ла байрамға йәм һәм йән өрҙө. Үҙҙәре тегеп, сигеп әҙерләгән сағыу костюмдарҙа сығыш яһаусы үршиҙеләрҙе тамашасылар алҡыштарға күмде.

Яңы Ҡара ағинәйҙәре район гәзиттәренә бағышлап башҡортса ла, русса ла таҡмаҡтар йырланы. Һуңғы ваҡытта әүҙемлектәре, ижади ҡараштары менән һоҡландырған ҡаралар был юлы ла берҙәм, дәрт-дарманлы, үҙенсәлекле булды.
Читайте нас: