Ауылдың иң әүҙем ағинәйҙәре Альбина Насырова етәкселегендәге “Гөлнәзирә” фольклор ансамбленә йыйылған. Ауылда бер генә сара ла уларҙан башҡа үтмәй. Ағинәйҙәр араһында баянда уйнаусы уҡытыусы Гөлүзә Сәләмованың булыуы ла бер табыш. Хәҙер генә йырлатып, бейетеп ала. Ағинәйҙәрҙе етәкләүсе шиғри күңелле Фәнизә Рахман ҡыҙы Сәлимгәрәева район гәзиттәренә бағышлап күңелле таҡмаҡтар ижад иткән. Уларҙы бергәләп матур итеп башҡарҙылар сарала. Ағинәйҙәрҙе ойоштороп алып килергә ауыл старостаһы Рәүеф ағай Ниғәмәтйәнов ярҙам итә. Шулай, бергәләп килеп, байрамда ҡатнашып, йырлап, конкурстарҙа бүләк отоп ҡайта үршиҙеләр. Әйткәндәй, флешмобта ла иң әүҙем бейеүселәр нәҡ улар! Афарин, үршиҙеләр!