Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
7 Октябрь 2019, 12:01

Матбуғат көнөндә иң оҫталар асыҡланды

5 октябрь — Бөтә халыҡ Матбуғат көнө уңайынан үткәрелгән сара төрлө бәйгеләргә бай булды. Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында шарлотка бешереү буйынса оҫтаны асыҡлау ҙа жюри ағзаларына еңелдән булманы. Конкурсҡа ҡуйылған бөтә алма бәлештәре лә еңеүгә дәғүә итә ине: улар матур итеп биҙәлгәйне, тәме буйынса ла телеңде йоторлоҡ!

Конкурсҡа барыһы 20-гә яҡын гүзәл зат шарлотка бешереп алып килгәйне. Уларҙың тәмлекәстәрен “Мельница” Балалар ижады үҙәге директоры Ләйсән Мөғтәбәрова етәкселегендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Риваль Сәлимов, Асҡын үҙәк район дауаханаһы баш табибы Артур Ғәлиуллин, райондың баш ветеринар табибы Руслан Ғәлләмовтан торған мәртәбәле жюри баһаланы.

Шулай итеп, Гран-при Аделина Хәсәноваға бирелде. Ә Мәмдүнә Зарипова, Ралия Хәсәнова, Рәзилә Нартдинова лауреат булды. Ҡалған аш-һыу оҫталары Рәхмәт хаттары һәм Альфред Хәжимуллиндың шиғырҙар йыйынтығы менән билдәләнде.
Читайте нас: