Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
7 Октябрь 2019, 13:51

Хөрмәтле ағинәйҙәр, атай - әсәйҙәр, йәштәр!

Асҡын районы, Ҡарткиҫәк ауылы"Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе, ветеран уҡытыусы Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллинаның мөрәжәғәте. #асҡынағинәйҙәре #уянайыҡ #уйланайыҡ #берләшәйек

Балаларыбыҙ үҙ телендә һөйләшә белмәй, тимәк, башҡортса, татарса китап - журналдарыбыҙ, гәзиттәребеҙ уҡылмай. Беҙ ҡайҙа барабыҙ? Милләт булараҡ юҡҡа сығабыҙмы? Хөрмәтле, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Әсәй, өләсәй, апайҙарыбыҙ, һеҙ ҡайҙа? Беҙ ошоға тыныс ҡына ҡарап ятабыҙмы? Беҙ был хәлдәргә битараф ҡала алмайбыҙ! "Ағинәй" ойошмаһы юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән бит. Ул беҙгә оло бурыс йөкмәткән. Беҙ тормоштоң уртаһында ҡайнап, башҡорт, татар халҡында милли рух тәрбиәләү, милләтебеҙҙе алға этәреүгә, егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы, ир-ат, ҡатын – ҡыҙҙарыбыҙҙы эскелек, наркомания тоҙағынан ҡурсалауға ҙур өлөш индерергә тейешбеҙ.

Хәҙерге заманда иң мөһим бурыс - телде һаҡлап ҡалыу. Ә телде һаҡлау - ул ғаиләлә, бөтә ерҙә лә үҙ телеңдә иркен һөйләшеү, башҡорт, татар әҙәбиәтенә битараф булмау, гәзит-журналдарҙы алдырып уҡыу. Һәр ағинәй, һәр атай – әсәй, һәр йәш ҡыҙ һәм егет һәр ауылда тәүҙә үҙебеҙҙең район гәзиттәренә, республика баҫмаларына яҙылһын, уҡыһын. Үҙе генә түгел, ә һәр кем өс- биш кешене өгөтләп гәзит- журналдарға яҙҙырһын тип оран һалам. Шәхсән үҙем район гәзиттәренән айырылғаным юҡ. Республика баҫмаларын да яратып алдырам, уҡыйым.Почтальондарҙы өйҙә көтөп ятмай, үҙебеҙ барып яҙылайыҡ, ауылдар халҡын өгөтләйек! Беҙҙең райондарыбыҙ, республикабыҙ яңылыҡтарын, беҙҙең үҙебеҙ, яҡындарыбыҙ тураһында яҙып, иҫтәлекле ваҡиғалар менән ҡотлап торған район гәзиттәрен алдырмау, уҡымау оят, хурлыҡ! Әйҙәгеҙ, ағинәйҙәр, һеҙ абруйлы, әүҙем, тырыш ҡатын-ҡыҙҙар, өлгө күрһәтәйек, бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙең район, республика баҫмаларына яҙылайыҡ һәм һәр беребеҙ тағы өсәр- бишәр кешене өгөтләйек. Бына шунда инде беҙ милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡларға тип һалынған бурысыбыҙҙың бер бәләкәй генә өлөшөн үтәнек тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алырбыҙ.


Ҡарткиҫәк ауылы"Ағинәй" ойошмаһының етәксеһе Фәнирә Нәбиуллина.
Читайте нас: