Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
27 Сентябрь 2019, 16:10

Үршиҙеләр ҙә флешмобҡа ҡушыла!

Үҙҙәренә генә хас баҫалҡылыҡ, уңғанлыҡ, ихласлыҡ һәм әүҙемлектәре менән айырылып торған Үршиҙе ауылы ағинәйҙәре лә Асҡын мәғлүмәт үҙәге әҙерләгән 5 октябрҙә үтәсәк Матбуғатҡа яҙылыусы көнөнә геү килеп әҙерләнә. Бына әле флешмобта ҡатнашыу өсөн район гәзиттәренә лә дәррәү яҙылып ҡуйҙылар. Афарин, үршиҙеләр! Был әүҙем ағинәйҙәр тураһында сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ!


Ауыл клубын һәм ағинәйҙәрҙе етәкләүсе Альбина Насырова етәкселегендә Үршиҙенең әүҙем ағинәйҙәре ауылда беренселәрҙән булып район гәзиттәренә яҙылып, фотоға төшөп редакциябыҙға ебәрҙе. Бына улар: Фәнизә Рахман ҡыҙы Сәлимгәрәева, Гөлүзә Нурзый ҡыҙы Сәләмова, Мәмдүнә Иҙиәт ҡыҙы Әбдрәхимова, Хәнүзә Хәлиулла ҡыҙы Ғәлиева, Альбина Әғләм ҡыҙы Насырова, Рәзилә Ғәрәфи ҡыҙы Нәртдинова, Диләрә Марсель ҡыҙы Бәхтейәрова, Гүзәлиә Сәбехәтдин ҡыҙы Әғәлиуллина, Раушания Вәли ҡыҙы Бәхтейәрова.

Был рухлы ағинәйҙәр таҡмаҡтар конкурсына ла ихлас күңелдән әҙерләнә. Уларға уңыштар теләйбеҙ. Алға, үршиҙеләр!

Читайте нас: