Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
19 Сентябрь 2019, 17:39

Афарин, ҡаҙансылар!

Ҡаҙансы ағинәйҙәре беренселәрҙән булып “Йәнтөйәк”кә яҙылып та өлгөрҙө! Ағинәйҙәр эше тураһында сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, был редакция гел ҡаҙансыларҙы ғына маҡтай, тип уйлап та ҡуяһығыҙҙыр?! Шундай егәрле, әүҙем, рухлы, телһөйәр ағинәйҙәрҙе нисек маҡтамайһың инде?!
Ҡаҙансылар беренселәрҙән булып 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына “Йәнтөйәк”кә яҙылып, фотоға төшөп, редакциябыҙға ебәрҙе. Ул ғына ла түгел, алдан сайтыбыҙҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә барығыҙға ла хәбәр иткән 5 октябрь — Халыҡ-ара Матбуғатҡа яҙылыу көнөндә ҡатнашырға ла иң беренселәрҙән булып нәҡ ҡаҙансылар теләк белдерҙе. Был көнгә тәғәйенләнгән бөтә конкурстарҙа ла ҡатнашырға дәртләнде улар.
“Таҡмаҡтар” конкурсына шунда уҡ таҡмаҡтар яҙып, редакциябыҙға ебәреп тә ҡуйҙылар. Инде шул көндө килеп йырларға ғына ҡалды.
“Шарлотка” конкурсына ла тәмле алма бәлеше бешерергә теләк белдерҙеләр.
Район гәзиттәренә яҙылыусылар араһында иғлан иткән “Мин яҙылдым, ә һеҙ?” флешмобында ҡатнашыу өсөн дә гәзиткә яҙылып, һәр береһе фотоға төшөп, редакциябыҙға ебәрҙе. Хәҙер улар түҙемһеҙлек менән тауыш биреү көндәрен — 1-4 октябрҙе көтә.
Концерт номерҙарын да әҙерләй ағинәйҙәр.
Йәрминкәлә һатырға тауарҙарын да алып килергә теләк белдерҙеләр.
Наилә Имаева.
Читайте нас: