Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
18 Сентябрь 2019, 18:26

Яңы Ҡара уҡыусылары “Йәнтөйәк”те яратып уҡый

Телһөйәр уҡытыусы Гөлнара Шәмселислам ҡыҙы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен дәрестә һәм кластан тыш сараларҙа йыш ҡуллана.

Ҡаҙансы ағинәйҙәре үткәргән бер саранан да ҡалмай, һәр саҡ әүҙем ҡатнашҡан Яңы Ҡара ағинәйҙәре лә 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына “Йәнтөйәк”кә яҙылып ҡуйҙы.
Ағинәйҙәрҙе етәкләүсе рухлы, сәмле уҡытыусы Гөлнара Шәмселислам ҡыҙы Шәйхинурова йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Районда үткәрелгән байрам сараларында һәм төрлө күргәҙмәләрҙә лә умартасылыҡ продукцияһы һәм ҡул эштәрен алып килә. Тәжрибәле уҡытыусы уҡыусылары менән дә сәләмәт тормош алып барыу, илһөйәрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған береһенән-береһе матур саралар үткәрә. Ауылдаштары араһында “Йәнтөйәк” гәзитен пропагандалау һәм таратыу буйынса ла әүҙем эш алып бара.
Үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыға ижади уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Читайте нас: