Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
27 Август 2019, 14:45

Баш мөхәррирҙәр Өфөгә йыйылды

Ваҡытлы матбуғат баҫмалары тиражын нисек арттырырға? Ошо һорауға яуапты баш мөхәррирҙәр бөгөн бергәләп эҙләне.

Бөгөн Өфөлә “Таң” профилакторийы базаһында район һәм ҡала гәзит-журналдары баш мөхәррирҙәре подписка мәсьәләһе буйынса стратсессияға йыйылды. Сараның маҡсаты – матбуғат сараларына яҙылыу кампанияһын йәнләндереү, улар¬ҙың тиражын арттырыу буйынса үҙенсәлекле һәм отошло алымдар асыҡлау.

Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры, район гәзиттәренең баш мөхәррире Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова ла был әһәмиәтле сарала ҡатнаша.
Читайте нас: