Йәнтөйәк
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
30 Июль 2019, 15:56

“Йәнтөйәк” гәзите таланттарҙы үҫтерә, ҡанаттарҙы нығыта!

— “Йәнтөйәк” — бик рухлы баҫма. Бында мәғариф, тарих, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһенә, йәғни йәшәүгә, илһамланып эшләүгә дәртләндереүсе, изгелеккә өндәүсе позитив, яҡшы хәбәрҙәр урын алған, — тине редакцияла осрашыу ваҡытында баҫмабыҙ хаҡында Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе күренекле яҡташыбыҙ, Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының Рәсәй халыҡтары тарихы һәм этник-ара бәйләнештәр үҙәге хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты, Мәржәни фонды китапханаһы мөдире, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Йәмил улы Әхмәҙуллин.

— “Йәнтөйәк” һәләтле балаларға һәм йәштәргә ҡанат нығытырға, үҙ юлын табырға ярҙам итеүе менән дә ҡәҙерле. Мәҫәлән, бөгөн район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы ауылдашым Ришат Марат улы Дихинды ғына алайыҡ. Мәктәп йылдарынан үҙенең әүҙемлеге, маҡсатсанлығы менән айырылып торған егеттең тәүге яҙмалары нәҡ “Йәнтөйәк”тә донъя күргән. Гәзит тупланмаларын ҡарап ултырғанда һәр һан һайын тиерлек Ришат Марат улының яҙмаларын таптым. Ауылдаштарым, һәләтле балалар тураһында мәҡәләләре лә күп булып сыҡты. Бик тә һөйөнөслө күренеш. Гәзит уҡыған, баҫма менән тығыҙ бәйләнештә булған уҡыусылар бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай, киреһенсә, төрлө яҡлап үҫешкән, көслө рухлы, әүҙем, күренекле шәхестәр булып китә. Редакция хеҙмәткәрҙәре минең фекеремде ҡеүәтләп, бик күп миҫал килтерҙе. Тимәк, “Йәнтөйәк”те яҙҙырырға, алдырырға, уҡырға, таратырға кәрәк. Йәш быуын “Йәнтөйәк”тә ҡанаттарын нығытһын, — тип эшмәкәрлегебеҙгә юғары баһа бирҙе яҡташыбыҙ.

Илебеҙҙең юғары уҡыу йорттарында ғына түгел, сит илдә лә уҡып белемен камиллаштырған Салауат Йәмил улы менән аралашыуҙан зиһенебеҙҙе яңы уй-фекерҙәр менән байытып, яңы көс-дәрт алып, күп яңылыҡ белеп, илһамланып ҡалдыҡ.

Әйткәндәй...

— Гәзит уҡыусылар бөгөн социаль селтәрҙәрҙә ултыра. Шуға бынан 10-15 йыл баҫылған ҡайһы бер әһәмиәтле мәҡәләләрҙе сайтҡа ҡуйыу ҙа бик отошло һәм файҙалы булыр, — тип Салауат Йәмил улы бик елле генә тәҡдим-кәңәшен дә еткерҙе беҙгә.
Автор фотоһы.
Читайте нас: