Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
21 Май 2019, 17:52

Иҫке Ҡаҙансыла — “Ағинәйҙәр” аллеяһы

Һәр эштә алдынғылыҡты бирмәгән Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре "Йәшеллектән — йәшлеккә" девизы менән ауыл уртаһында “Ағинәйҙәр” аллеяһын булдырҙы. Ойошма етәксеһе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова етәкселегендә өмәлә Иҫке Ҡаҙансы, Урманкүл, Әлйәгеш, Яңы Ҡара ауылынан 25- ләп ағинәй ихлас ҡатнашты. Улар үҙҙәре миләш, һары сейә (черешня), ҡара һәм ҡыҙыл муйыл, слива, сейә, балан, аҡ һәм күк сирень, торн, алса (алыча) үҫентеләре алып килеп ултыртты.

— Беҙ ултыртҡан ҡыуаҡ һәм ағастар шаулап үҫеп, ауылыбыҙҙы йәмләп торһон. Йәш быуынға беҙҙән матур бүләк — иҫтәлек ҡалһын, — тине ағинәйҙәр.

Ауыл биләмәһе башлығы Илдар Фәрит улы Денисламов та ағинәйҙәрҙең матур башланғысын ҡеүәтләп ярҙам итте. Китапхана алдына сәскәләр ҙә ултырттылар. Эш бөткәс, күмәкләп гәзиткә яҙылдылар, сәй табыны әҙерләп, бергәләп һөйләшә-һөйләшә, киләсәккә матур пландар ҡороп сәй эстеләр. Афарин, ағинәйҙәр. Артабан да шулай әүҙем, дәртле, өлгөр, сәмле булып ҡалығыҙ!

Наилә Имаева.

Автор фотолары.
Читайте нас: