Һәр башланғысты күтәреп алып, һәр ерҙә беренселәрҙән булып эш башлаусы Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре “Йәнтөйәк” гәзитенең тоғро дуҫтары. Мәғариф ветераны, райондың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнашыусы Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова етәкселегендә рухлы ағинәйҙәр 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына ла “Йәнтөйәк”кә беренселәрҙән булып яҙылып, үҙҙәренең телһөйәр, илһөйәр булыуҙарын тағы ла бер иҫбатланы. Баҫмабыҙға яҙылыусы иң оло ағинәй Резеда апай Әхәтоваға 84 йәш! Һүҙ ҡәҙерен, милләтебеҙ ҡотон һаҡлаған, гәзитебеҙ абруйын күтәргән ағинәйҙәргә “афарин!” тибеҙ. Уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ!