Бөгөн Рәсәйҙә матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланды. 10 көн дауамында гәзит уҡыусылар төрлө баҫмаларға арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла ала. Ҡышлауйылға мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина был мөмкинлектән файҙаланып, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылып та ҡуйҙы.
— “Йәнтөйәк” гәзитенә йыл да яҙылабыҙ һәм яратып уҡыйбыҙ. Хәҙер был баҫма аша күрше райондарҙың яңылыҡтары менән дә танышып барабыҙ, бик уңайлы. Үткән йыл мәктәптә айырым кластар өсөн дә “Йәнтөйәк”те яҙҙырып, йыйып, туплап барҙыҡ. Беҙҙең тәҡдимде хуплап, ярҙам иткәндәре өсөн ата-әсәләргә рәхмәт белдергем килә. Дәрестә ҡулланыр өсөн дә бик файҙалы һәм уңайлы. Гәзит бик йөкмәткеле, бай, мәғлүмәтле, — ти Эльмира Фәүзәт ҡыҙы.