Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
30 Апрель 2019, 11:43

“Бүләккә — гәзит!” акцияһына Ирек Ҡәҙимов та ҡушылды!

Ирек Альбирт улы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә дүрт дана яҙылып, Петропавловка мәктәбендә белем алыусы, башҡорт телен өйрәнеүҙә ҙур уңыштарға ирешкән уҡыусыларға бүләк итте.

Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин башланғысындағы “Бүләккә — гәзит” мәрхәмәтлек акцияһына Петропавловка ауыл Советы депутаты, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Петропавловка урта мәктәбе директоры Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов та ҡушылды!
Әүҙем йәмәғәтсе, Йәш депутаттар ассоциацияһы ағзаһы Ирек Альбирт улы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә дүрт дана яҙылып, Петропавловка мәктәбендә белем алыусы, башҡорт телен өйрәнеүҙә ҙур уңыштарға ирешкән уҡыусыларға бүләк итте.
Афарин, Ирек Альбирт улы! Ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын! Артабан да шулай “Йәнтөйәк”ле, рухлы, әүҙем булып ҡалығыҙ!
Наилә Имаева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: