Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин башланғысындағы “Бүләккә — гәзит” мәрхәмәтлек акцияһына Асҡын район Советы депутаты, Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбе директоры Мансур Нуриәхмәтов та ҡушылды!
Әүҙем йәмәғәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе Мансур Әлфрис улы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә даими яҙыла. Был юлы ул “Йәнтөйәк”кә өс дана яҙылып, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бүләк итте!
Афарин, Масур Әлфрис улы! Ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын! Артабан да шулай “Йәнтөйәк”ле, рухлы, әүҙем булып ҡалығыҙ!