Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
2 Апрель 2019, 18:38

Асҡын ауылында йәшәүсе Наилә Солтанәхмәтова быйыл да “Бүләккә — гәзит” акцияһына ҡушылды

Март урталарында башланғыс алған “Бүләккә — гәзит” акцияһына Наилә Солтанәхмәтова ла ҡушылды. Ул “Ышаныч” гәзитен үҙе уҡыған Арбаш урта мәктәбенә бүләк итте. Наилә Наил ҡыҙы үткән йыл да акцияла ҡатнашып, “Йәнтөйәк” гәзитен әсәһе Мәүлиә Нурғәли ҡыҙына яҙҙырғайны.

— Ҡулына китап тотмаған, гәзит алдырып уҡымаған кешеләр ҙә бар. Китаптар кеше тормошон хис-тойғолар менән һуғара, хатта борсоған һорауҙарға яуап та бирә. Ә гәзит беҙҙе мәғлүмәтле итә, әүҙемләштерә, тормош ағышына эйәртә. Бер гәзитте генә уҡып та әллә күпме яңылыҡ беләбеҙ, уңыштарға шатланабыҙ. Ирем дә, өлкән улым да гәзиттәге бер мәҡәләне лә күҙ уңынан ысҡындырмай.

Акцияға ҡушылыусылар һаны артһын. Бүләк алыу, айырыуса рухи бүләк, бигерәк ҡыуаныслы бит, — ти ул.
Читайте нас: