Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
25 Ғинуар 2019, 17:33

“Нур”ҙар килде Балтасҡа



Туфан Миңнуллин яҙған пьесаны сәхнәгә режиссер Байрас Ибраһимов ҡуйған. Ҡыҙҙар роленең береһен — Нина Васильева образын Балтас районы Тутағас ауылында тыуып-үҫеп, әлеге ваҡытта “Нур” театрында эшләүсе Лияна Хәйертдинова, ҡатын-ҡыҙҙың сабырлыҡ һәм түҙемлелек өлгөһө булған Фаягөл образын Асҡын районы Билгеш ауылында тыуып үҫкән Рида Фәхрисламова уйнай. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лияна Хәйертдинованың тыуған яғында ижади имтиханы 45 йәшлек ғүмер байрамына тура килде. Шуға ла балтастар был тамашаны көтөп алып, зал тултырып килде, яҡташтарына ихлас ҡотлауҙарын һәм теләктәрен еткерҙе.

Рәсәйҙә Театр йылына һәм Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланып, Балтаста "Тамаша" район театр коллективтары фестивале иғлан ителде. Йыл буйына дауам итәсәк фестивалдә район үҙәгенең ойошма һәм учреждениелары, ауыл биләмәләрендә мәҙәниәт йорттары һәм клубтары эргәһендә эшләп килгән үҙешсән театр коллективтары ҡатнашасаҡ. Район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан театрҙары, яҙыусылары, Татарстан театрҙары һәм драматургтары менән ижади бәйләнешкә инде һәм һәүәҫкәр артистарға әлегә тиклем район сәхнәһендә уйналмаған, яңы пьесаларҙы тәҡдим итте.

"Тамаша" район фестивале бай традицияға эйә. Балтаста ике йыл рәттән ойошторолған республика “Тамаша” фестиваленә лә нәҡ район фестивале нигеҙ һалды. Ағымдағы йылда ла был мәҙәни сара Балтас тамашасыһын яңы асыштар менән һөйөндөрөр, һәләтлеләрҙе танытыр, тигән өмөт бар. Фестивалде 8 февралдә Нөркә халыҡ театрының Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән “Йөрәк маем” спектакле асып ебәрә.


Һүрәттә: район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев "Нур" театры артистарын уңышлы сығыштары менән тәбрикләне. Уңдан икенсе — Балтас районынан

Лияна Хәйертдинова, һулдан икенсе — Асҡын районынан Рида Фәхрисламова.
Читайте нас: