Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
19 Декабрь 2018, 18:13

“Йәнтөйәк”ле лә, бүләкле лә булды Асҡын 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина

Асҡын районы башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе, Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы. “Йәнтөйәк”тең тәүге һанынан уҡ яҙылып барыусы уҡытыусы “Гәзиткә яҙыл да бүләк от!” акцияһында ҡатнашып, матур бүләк — үтек отто!

— “Йәнтөйәк”те уҡып, алты райондың яңылыҡтарын беләбеҙ, хеҙмәттәштәребеҙҙең уңыштары менән дә танышып барабыҙ. Минеңсә, район-ара гәзит бик отошло, йөкмәткеле, фәһемле материалдар күп. Күренекле шәхестәр, ғалимдар, туған тел, мәҙәниәт, тарих тураһында ла мәғлүмәт табырға була, дәрестә өҫтәмә материал итеп ҡулланырға уңайлы. Башҡорт теле уҡытыусылары “Йәнтөйәк”кә иң беренселәрҙән булып яҙылғандыр, тип уйлайым, — тине Дилбәр Зөфәр ҡыҙы.

Бүләк отоусыларҙы ҡотлайбыҙ! Артабан да “Йәнтөйәк”ле, рухлы, әүҙем булып ҡалығыҙ!
Сулпан Ғилметдинова фотоһы.
Читайте нас: