Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
18 Декабрь 2018, 18:58

Асҡын районы Солтанай ауылында йәшәүсе Рәйсә Сәләхетдинова сәйнүк-термопот отто

Солтанай ауылында йәшәүсе биш бала әсәһе Рәйсә Сәләхетдинованың бөгөн сәйнүк-термопот отоуына беҙ ҙә бик шат, сөнки ул күп йылдар гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы.

— Гәзит менән тәүге һанынан уҡ танышмын. Хат ташыусы булып эшләгәс, һәр саҡ яҙылдым. Рухлы гәзитте балаларым да яратты. Улар өсөн дә байтаҡ рубрикалар бар ине. Хәҙер ”Йәнтөйәк” алты районға сығыуына ҡарамаҫтан, гәзит-журналдар уҡыған, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамаған әүҙем кешеләр өсөн ҡыҙыҡлы мәҡәләләр етерлек. Ә бөгөн яратҡан баҫмамдан бүләкле лә булдым. Был ҙур бүләккә балаларым да ҡыуаныр инде, — ти ул.

Рәйсәнең балаларына килгәндә, улар барыһы ла тәртипле, һәләтле, уңған. Резеда менән Фәнзилә Себерҙә йәшәй. Улар икеһе лә дарыуханала эшләй. Резеда оҫта йырлай. Бәләкәйҙән район кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Фәнзилә матур бейей, спорт менән шөғөлләнә. Фәнзәлиә IX класта уҡый. Ул мәктәптә үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, ижади бәйгеләрҙә үҙен һынай. VI класта уҡыған Илнар Рәйсәнең бөгөн уң ҡулына әйләнгән. Ынйы III класс уҡыусыһы. Ул да бик һәләтле бала.
Читайте нас: