Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
11 Декабрь 2018, 17:45

"Йәнтөйәк"кә яҙылыусылар араһында матур бүләктәр уйнатыла!

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 18 декабрҙә Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә сәғәт 12-лә "Гәзиткә яҙыл да бүләк от!" акцияһы үткәрелә. Шуға күрә, кемдәр "Йәнтөйәк"кә яҙылып өлгөрмәгән, тиҙ арала яҙылып, беҙгә квитанция күсермәһен һалығыҙ.
Теманы дауам итеп...
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 велосипед” тип аталған яңы акция иғлан итә. Уға ярашлы, “Йәнтөйәк” гәзите лә бер велосипед уйната. Уның өсөн “Йәнтөйәк”кә 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына йәки бер йылға 15 декабргә тиклем яҙылып, квитанция күсермәһен беҙгә, Асҡын ауылы, Блюхер урамы, 10 адресына ебәрергә кәрәк.
Велосипедлы булғығыҙ киләме? Улайһа ашығығыҙ, дуҫтар!
Велосипед та ошо уҡ көндө уйнатыла!
“Йәнтөйәк” гәзите редакцияһы.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы — 422 һум 76 тин.
3 декабрҙән 13-өнә тиклем — 380 һум 52 тин.
Читайте нас: