Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
10 Декабрь 2018, 15:12

Ҡашҡала иң күп гәзит һәм журналды кем алдыра беләһегеҙме?

Ҡашҡа почта бүлеге начальнигы Фидания Фаһаманова әйтеүенсә, ауылда иң күп гәзит-журналды Ҡашҡа урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Сәмиғуллина яҙҙырып уҡый.

Гөлнара Вил ҡыҙы белем усағында 2006 йылдан башлап эшләй. Ул балаларға инглиз телен өйрәтә. Тормош иптәше Винер Рәфил улы менән өс балаға ғүмер биреп, матур тәрбиә бирәләр. Өлкәндәре Денис — 7-се класта, Элина — 3-сө класта белем ала, ә төпсөктәре Данияр балалар баҡсаһына йөрөй.

— Гәзит-журналдар уҡырға бала саҡтан яратам. Хәҙер инде балаларымды ла был файҙалы шөғөлгә йәлеп итергә тырышам. Улар өсөн — “Аҡбуҙат”, “Аманат”, үҙебеҙгә “Толпар” журналдарын алдырам. Район гәзитенә лә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Әле бына “Йәнтөйәк”кә лә яҙылдым. Хәҙер күрше райондарҙың да яңылыҡтары менән танышып барасаҡмын. Республика гәзиттәрен дә уҡырға яратам, — ти заман менән бергә атлаусы уҡытыусы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: