Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
10 Декабрь 2018, 15:34

Асҡындан Ғәлимовтар быйыл да “Йәнтөйәк” бүләк итте

Кеше эше менән матур, тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән. Моңло йырҙары, фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән район мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индереүсе Ризида һәм Дим Ғәлимовтар башҡарған эштәр ҙә һоҡланырлыҡ.

Редакциябыҙ иғлан иткән “Йәнтөйәк” бүләк итәм!” хәйриә акцияһына ла улар йыл да ихлас ҡушыла. Дим Ғарифйән улы 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә яҙылып, уны Ҡышлауйылға мәктәбенең илһөйәр, телһөйәр уҡыусыһы Динар Шәрифхановҡа бүләк итте. Тырыш егет район һәм республика конкурстарында әүҙем ҡатнашыуы менән билдәле.

Хәйриә акцияһына ҡушылыусы Ғәлимовтар ғаиләһенә — афарин! Ҡалған етәкселәр һәм изге эштәргә битараф булмаған райондаштарыбыҙ ҙа уларҙан өлгө алып, акцияға әүҙем ҡушылыр, тип ышанып ҡалабыҙ!
Эльмира Шәйхуллина фотоһы.
Читайте нас: