Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
7 Декабрь 2018, 17:47

Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан Ғәзнәүи ағай Мусин да “Йәнтөйәк” бүләк итте

Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Ғәзнәүи ағай Мусинды ауылдаштары бик етди кеше тип белә. 86 йәшлек аҡһаҡал бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәрә. Дөйөм эш стажы — 45 йыл. Шуларҙың 21 йылын совхозда төрлө вазифаларҙа хеҙмәт һала. Ҡалған 24 йылда урмансы булып тырышып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул бер үҙе матур итеп донъя көтә, ил, республика, район яңылыҡтары менән танышып бара.

— Район гәзитенә бер йылда яҙылмай ҡалғаным юҡ. Киләһе йылға ла алдан уҡ яҙылып ҡуйҙым. Бик яҡшы гәзит, мәғлүмәткә бай, уҡырға ҡыҙыҡ. Уның һәр һанын көтөп алып, ихлас уҡыйым. Редакция хеҙмәткәрҙәренә уңыштар теләйем, — тип “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә лә яҙылып ейәнсәренә бүләк итте Ғәзнәүи ағай.
Читайте нас: