Матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу декадаһы гәзит-журналдарға яҙылыу өсөн уңайлы осор. Урмияҙ ауыл Советы хакимиәтендә лә был юлы ла “Йәнтөйәк” гәзитенә дәррәү яҙылдылар. Илшат Ирғәлин етәкләгән коллектив “Аскинская новь”, “Ышаныч”ты ла алдыра, алты районға таратылған гәзитте лә яратып уҡый. Был гәзиттәрҙе ауыл Советына ла яҙҙырып, туплап баралар. “Районда сыҡҡан гәзиттәр аша үҙебеҙҙәге хәлдәр менән хәбәрҙарбыҙ. Ә “Йәнтөйәк” Ҡариҙел, Балтас, Борай, Мишкә, Бөрө районы яңылыҡтары менән таныштыра. Унда үткән саралар, төрлө программа сиктәрендә башҡарылған эштәр, матур ғаиләләр тураһында беләбеҙ”, — тиҙәр.