Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
10
Матбуғат-2022
5 Декабрь 2018, 17:10
Ҡашҡа ағинәйҙәре лә “Йәнтөйәк”кә дәррәү яҙылды!
“Йәнтөйәк” бүләк итәм!” хәйриә акцияһына һәр ваҡыттағыса Ҡашҡа ағинәйҙәре әүҙем ҡушылды. Гәзитебеҙҙе пропагандалауҙа һәм матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүсе урындағы ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Сания Сәлихова был юлы ла яуаплы эштән ситтә ҡалманы. Сания Зайнулла ҡыҙы менән ағинәйҙәрҙең күбеһенең өйҙәренә барып, хәлдәрен белеп, акция тураһында һөйләп, “Йәнтөйәк”кә яҙҙырҙыҡ. Рәфидә апай Кәлимуллина, Сания апай Сәлихова, Тәғлимә апай Дилмөхәмәтова баҫмабыҙҙы үҙҙәренә яҙҙырып, уҡып, беҙҙең менән бәйләнештә торһа, Сабира апай Лотфуллина, Асия апай Исламғәлиева, Орҡоя апай Кәлимуллина, Хәүзетдин ағай Нуриәхмәтов, Ғәзнәүи ағай Мусин ейән-ейәнсәрҙәренә, балаларына бүләк итте.
“Афарин!”— тибеҙ ҡашҡаларға. Яҡындарҙы, балаларҙы ҡыуандыра белеү — иң сауаплы эш. Иҫегеҙҙән сығармағыҙ: Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына аң, зиһен, тойғо, йөрәк бүләк иткән. Кеше ошо бүләктәрҙең ҡәҙерен белеп, изгелек ҡылып уларҙы үҫтерһә, күңеленә тыныслыҡ, йәненә-тәненә файҙа ала.
Наилә Имаева.
Читайте нас:
Телеграмм
Дуҫтар! Беҙҙең телеграмм-каналға яҙылығыҙ! Бөрө ҡалаһы һәм районы, Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Балтас, Мишкә райондары яңылыҡтары һеҙҙең смартфонда буласаҡ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять