Мәмдүнә Зарипова етәкләгән Иҫке Ҡаҙансы төбәгенең өлгөр, уңған ағинәйҙәре менән һоҡланып туя алмайбыҙ. Улар йыр-моңға ғашиҡ, күптәре шиғырҙар, таҡмаҡтар ҙа яҙа. Матур-матур саралар үткәреп, халыҡтың тормошон йәмләүҙә лә ҙур роль уйнай был ойошма. Тағы шуныһы һөйөнөслө, улар гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы ла. Был юлы ла рухлы ағинәйҙәр гәзитебеҙгә дәррәү яҙылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 декабрҙән Матбуғатҡа ташламалы яҙылыу ун көнлөгө башлана. Был ваҡытта “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә ташлама менән 380,52 һумға яҙыла алаһығыҙ. Форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ!