Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
14 Ноябрь 2018, 11:35

"Йәнтөйәк"кә яҙылып, велосипедлы булырға ашығығыҙ!

Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 велосипед

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 велосипед” тип аталған яңы акция иғлан итә. Уға ярашлы, “Йәнтөйәк” гәзите лә бер велосипед уйната. Уның өсөн “Йәнтөйәк”кә 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына йәки бер йылға 15 декабргә тиклем яҙылып, квитанция күсермәһен беҙгә, Асҡын ауылы, Блюхер урамы, 10 адресына ебәрергә кәрәк.
Велосипедлы булғығыҙ киләме? Улайһа ашығығыҙ, дуҫтар!
“Йәнтөйәк” гәзите редакцияһы.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы — 422 һум 76 тин.
Читайте нас: