Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
16 Октябрь 2018, 17:06

Рухи байлыҡтан айырылмайҙар

Редакция хеҙмәткәрҙәре “Ҡариҙел хәбәрҙәре”, “Йәнтөйәк”тең дуҫтарын арттырыу, яҡташтар менән яҡындан танышыу маҡсатында Ҡыҙыл Үреш ауылы халҡы менән осрашты. Иң беренсе һөйләшеүебеҙ почта бүлегенән башланды.

Бында бүлек начальнигы булып Гүзәл Йосопова эшләй. Алты ауылға гәзит-журналдарҙы почтальондар Рәйфә Нурғәлиева, Ғәмилә Гәрәйшина, Ирина Ғәниева тарата. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары табыла. Бында беҙҙе Рида Бикмөхәмәтова ҡыуандырҙы.

— Заман ауыр, аҡса юҡ, тип тормайбыҙ, район гәзиттәренә даими яҙылабыҙ, — ти Рида Миңлеғариф ҡыҙы. — Күпселек яңылыҡтарҙы, ауылдаштарының уңыштарын районканан уҡып ҡыуанһаҡ, ә алты райондағы хәбәрҙәрҙе беҙ “Йәнтөйәк” гәзитенән беләбеҙ. Почтальондарға рәхмәтлебеҙ, улар халыҡ ышанысын яулаған хеҙмәткәрҙәр. Һәр ҡайһыһы үҙенең эшен яратып башҡара, бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән үтәй.

— Берҙәмлек кәрәк ҡайҙа ла. Рухи байлыҡтан айырылмайбыҙ. Район баҫмаларын яратып уҡыйбыҙ, киләсәктә лә редакция хеҙмәткәрҙәре, почтальондар беҙҙе шулай ҡыуандырып торһон ине, — тигән теләктәрен еткерҙе ауыл халҡы.

Беҙ ҙә һеҙгә рәхмәтлебеҙ, гәзиттәребеҙҙең тоғро дуҫтары, шулай һәр саҡ берҙәм булып, иҫәнлектә, тыныс тормошта, аяҙ күк аҫтында ғүмер итергә яҙһын барыбыҙға ла.

Люция Карамова.

Азат Рәхмәтуллин фотоһы.
Читайте нас: