Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
15 Октябрь 2018, 18:55

"Алдағы ярты йылда ла бергә булайыҡ!"

4 октябрҙән 14-енә тиклем ойошторолған ун көнлөктә яратҡан район гәзиттәренә, шул иҫәптән “Йәнтөйәк”кә лә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалыу мөмкинлеге булды. Гәзиткә яҙылыусылар көнөн Иҫке Аҡбүләк ауыл биләмәһендә лә ойошторҙоҡ. Редакция хәбәрселәре, урындағы почта элемтәһе бүлеге начальнигы З. Шәйәхмәтова һәм почта таратыусылар Ю. Мөфтәхова, З. Хәйҙәрова, С. Мөғлетдинова, З. Ғәлимйәнова Иҫке Аҡбүләк, Яҡуп, Яңы Аҡбүләк, Хәлил, Юлдаш ауылдары халҡы менән осрашты. Почта элемтәһе бүлеге хеҙмәткәрҙәре ошондай акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Гәзиткә яҙылыу кампанияһын ойоштороуға намыҫлы ҡараш ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Был эштә уңыш сере — гәзит уҡыусылар менән уртаҡ тел таба белеүҙә, намыҫлы һәм ипле булыуҙа. Был юлы Иҫке Аҡбүләк ауылынан гәзиткә беренсе яҙылған Р. Насибетдиновтың ҡулы еңел булып сыҡты — “Йәнтөйәк” төбәк һәм район баҫмаларына 30-ҙан ашыу кеше яҙылды. — Миңә тиҙҙән 90 йәш тула. Район гәзитен бала саҡтан башлап уҡыйым. Шуға күрә уны дуҫым, юлдашым тип әйтә алам. Миңә бигерәк тә оло хөрмәткә лайыҡ кешеләр — ветерандар, етештереү эшсәндәре, атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр тураһындағы мәҡәләләр оҡшай. Һәр номерҙы башынан аҙағына тиклем уҡып сығам, — ти Яҡуп ауылынан Хәмдүнә Миңлеғол ҡыҙы. — Әсәйем менән “Йәнтөйәк” гәзитен дә алдыра башланыҡ, — ти Ғәдилә Сәғит ҡыҙы. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яңылыҡтарҙы, алты районда булған хәл-ваҡиғаларҙы уҡыйбыҙ. Әҙәби битте лә көтөп алабыҙ. Беҙҙә талантлы шағирҙар, яҙыусылар күп бит. Әле алдағы ярты йыллыҡҡа ла яҙылып ҡуйҙыҡ, киләсәктә лә был бай йөкмәткеле баҫманан айырылмабыҙ, тип уйлайым. Люция Карамова.Азат Рәхмәтуллин фотоһы.

Читайте нас: