Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
5 Октябрь 2018, 16:28

Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында йәшәүсе Әнисә Закирова тырыш хеҙмәте менән абруй яулай

Оло Шаҙы ауылындағы ҙур, иркен ике ҡатлы мәктәп биләмәһе шау сәскәгә күмелгән. Заманында биш йөҙҙән артыҡ бала уҡыған белем усағында быйыл ни бары алтмыш бала уҡый. Уларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Әнисә Фаат ҡыҙы Закирова төплө белем биреп, әсә теленә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй.


Әнисә Фаат ҡыҙы Ҡариҙел районы Торна ауылында донъяға килә. Ата-әсәһе балаларына матур тәрбиә бирә. Ғаиләлә биш бала бер-береһенә терәк-таяныс булып, ярҙам итеп, татыу, тырыш, уңған булып үҫә. Бала саҡтан Әнисә Фаат ҡыҙы уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, Бөрө педагогия институтының биология-химия факультетына уҡырға инә. Дүртенсе курста белем алғанда һигеҙ ҡыҙ Мишкә районы Оло Шаҙы мәктәбенә педагогик практика үтергә килә. Тап шул ваҡытта ошо мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән йәш белгес, Рәфис Мәсғүт улы менән таныша. Күпмелер осрашып йөрөгәс, бер-береһен яратҡан йәштәр гөрләтеп туй яһай. Йәш ҡыҙ институтты тамамлағандан һуң, Оло Шаҙы мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай.

Ғаиләләренә йәм өҫтәп 1993 йылда улдары Ранис донъяға килә. 2001 йылда Ранисҡа иптәш итеп Азаматты алып ҡайталар. Тормош иптәше Рәфистең ата-әсәләре менән яңы йорт төҙөп сығалар һәм 27 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Тырыш ғаилә мал, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, күпләп бал ҡорттары үрсетә.

1998 йылда Әнисә Фаат ҡыҙы белемен камиллаштырыу курстарын тамамлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта башлай. Тырыш уҡытыусының эшен районда тиҙ күрәләр һәм 2004 йылда үҙен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр.

Тәжрибәле уҡытыусының уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, район, республика күләмендәге олимпиадаларҙа призлы урындар яулай, “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Башҡортостан ынйылыры”, “Урал батыр” кеүек конкурстарҙа бик теләп ҡатнаша. Уҡыусыларҙың иншалары Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты баҫтырған йыйынтыҡтарға инә. Фәнни-тикшеренеү эше менән төрлө конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай.

Маҡсатҡа ынтылыусан, үҙенә талапсан, эшен яратып башҡарған уҡытыусы 2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ була. 2007 йылда республиканың иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусылары менән көс һынашырға тура килә. Әнисә Фаат ҡыҙы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында “Аҫылыма ҡайтам” номинацияһында еңеү яулай. Тағы бер йылдан “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында грантҡа эйә була.

Әнисә Фаат ҡыҙы – рухи мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаусы ла. Ул — ҡайныһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәсғүт Закиров нигеҙ һалған ауылдағы тыуған яҡты өйрәнеү музейын ун йыл етәкләй. Ҡайныһының башлаған эшен дауам итеп, ошо йылдар эсендә музейҙы экспонаттар, яҡташтары тураһында мәғлүмәт йыйыу өҫтөндө әүҙем эҙләнеү эше алып бара.

Ижади, киң күңелле, һәләтле, аҡыллы, сабыр, эскерһеҙ, оптимист – былар барыһы ла Әнисә Фаат ҡыҙы тураһында. Уның кеүек педагогтарҙы ҙур хәрефле, ысын Уҡытыусы тип атайҙар.

Лилиә Хәсәнова.
Читайте нас: