— “Йәнтөйәк” төбәк ижтимағи-сәйәси гәзите бик рухлы баҫма. Бында мәғариф, тарих, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһенә, йәғни йәшәүгә, илһамланып эшләүгә дәртләндереүсе, изгелеккә өндәүсе позитив, яҡшы хәбәрҙәр урын алған. Минеңсә, был бик дөрөҫ, сөнки тап ана шул мәҙәниәт аша кеше күңеленә әхлаҡ ҡиммәттәре һалына һәм рухи яҡтан байый, — тине баҫмабыҙ хаҡында Вәдүт Ғайфулла улы.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 4 октябрҙән 14-нә тиклем гәзиткә яҙылыу ун көнлөгө була. Был осорҙа гәзитебеҙҙең хаҡы — 380,52 һум. Ун процент ташлама һеҙҙең файҙағыҙға, шуға форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ.