— ”Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа күптән яҙылып ҡуйғайныҡ. Ундағы мәҡәләләрҙе уҡып барабыҙ, алты райондың яңылыҡтарын белеү ҙә ҡыҙыҡ, — ти Гөлшат һәм Илшат Ғилуановтар.
Ошо уҡ ауылда йәшәүсе Фәнил Юнысов та гәзит уҡырға ярата.
— Мин Ҡариҙел районы гәзите менән бергә ”Йәнтөйәк”кә лә яҙылам. Баҫмаларға йыш реклама биргәнгә, гел һуңғы биттән уҡый башлайым. Унда район ғына түгел, республика яңылыҡтары булыуы ла яҡшы, — ти ул.
Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиттергә яҙылыу ауырыраҡ барһа ла, почтальонкалар төшөнкөлөккә бирелмәй, планды тултырыр өсөн тырыша. “Шамраттарға рәхмәтлемен. Улар гәзит-журналдарға яҡшы яҙыла, шуға тейешле план-заказды һәр саҡ үтәйем”, — ти бирелә почтальонка булып эшләгән Гөлзиән Зөбәйерова.