Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
8 Июнь 2018, 11:40

Яҡташыбыҙ Ришат Дихин хәйриә акцияһына ҡушылды #Рамаҙан_изгелек_эстафетаһы

#Рамаҙан_изгелек_эстафетаһы


Бөтә мосолмандар өсөн изге булған Рамаҙан айында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев иғлан иткән “Рамаҙан – изгелек эстафетаһы!” акцияһы дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн бары изге күңелле булып, кемгәлер ярҙам ҡулы һуҙыу, ниндәйҙер изге ғәмәлдәр менән шатландырыу кәрәк. Асҡындың рухлы ир-егете, матур башланғыстарҙы һәр саҡ күтәреп алыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, “Үҙем тураһында һүҙем” китабы авторы, Ағиҙел ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Дихин да акцияға ихлас ҡушылды. Ришат Марат улы ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә яҙылып, квитанцияларҙы Асҡын районының телһөйәр, илһөйәр биш уҡыусыһына бүләк итте. Был бүләк, һис шикһеҙ, уҡыусыларға тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға — көс һәм илһам, әүҙемерәк булырға ынтылыш бирер.

Афарин, тибеҙ райондашыбыҙға!

Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: