Район Мәҙәниәт йорто директоры Дим Ғарифйән улы менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ак калфак” халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Ризида Фирзәт ҡыҙы ла “Рамаҙан – изгелек эстафетаһы” акцияһына ихлас ҡушылды. Моңло йырҙары менән халҡыбыҙ күңеленә дәрт-дарман, рух өҫтәгән был ғаилә “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә яҙылып, баҫманы Яңауыл ауылында ғүмер иткән биш бала тәрбиәләүсе Йәмилә һәм Мөҙәрис Хәлиуллиндарға бүләк итте.