Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев башлаған “Рамаҙан – изгелек эстафетаһы” акцияһына асҡындар ғына түгел, Нижневартовскиҙа йәшәп, “Варта” ҡала гәзитендә эшләүсе хеҙмәттәшебеҙ Альбина Мусина ла ихлас ҡушылды. Ул хәйриә акцияһы сиктәрендә “Йәнтөйәк”кә яҙылып, квитанцияны Солтанбәк ауылында йәшәүсе тыумыштан ауыр сиргә дусар булып, мөмкинлектәре сикләнһә лә, тормошто һөйгән, ҡул эштәренә оҫта булған һәм йырларға яратҡан Гөлназ Ғәйнелйәноваға бүләк итте. Әйткәндәй, Альбина Тәфкил ҡыҙы үткән йылда ла “Йәнтөйәк” бүләк итәм!” хәйриә акцияһында ҡатнашып, баҫмабыҙҙы ошо көслө рухлы ҡыҙға бүләк иткәйне.
“Рамаҙан – изгелек эстафетаһы” акцияһында ҡатнашыусыларҙың изге эштәре үҙҙәренә, һис шикһеҙ, әйләнеп ҡайтыр. Сөнки изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Ташҡа яҙылмаһа ла – кешеләр күңелендә була.