Камай урта мәктәбенең татар һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәлиә Заһитованың хеҙмәт стажы 20 йылдан артыҡ. Ул “Йәнтөйәк” төбәк гәзитен тәүге һанынан уҡ алдыра. “Классик әҫәрҙәр нигеҙендә туған телдәргә һөйөү тәрбиәләү — педагогиканың мөһим алымы. Бынан тыш, балалар һәр ваҡыт районда, республикала барған хәл-ваҡиғалар тураһында белеп торорға тейеш. Ә башҡорт телендә сыҡҡан “Йәнтөйәк” гәзите был йәһәттән яҡшы ярҙамсы”, — ти ул.