Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
29 Май 2018, 14:01

Асҡындан Айгөл Сөләймәнова ла “Рамаҙан – изгелек эстафетаһы”на ҡушылды #Рамаҙан_изгелек_эстафетаһы

#Рамаҙан_изгелек_эстафетаһы

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев башлаған “Рамаҙан – изгелек эстафетаһы” акцияһында ҡатнашыусылар Асҡын районында арта бара. Бөгөн иртә менән “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе, район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Айгөл Сөләймәнова акцияға ихлас ҡушылды. Айгөл Нәфис ҡыҙы “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә яҙылып, квитанцияны 1 июнь — Балаларҙы яҡлау көнөндә үткәрелгән “Коляскалар парады” конкурсында ҡатнашыусы күп балалы әсәгә бүләк итте.

Әйткәндәй, Айгөл Сөләймәнова үткән йылда ла “Йәнтөйәк”кә яҙылып, баҫманы биш бала тәрбиәләнеүсе ғаиләгә бүләк иткәйне. Рамаҙан айында изгелек ҡылыусылар тағы ла артыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Наилә Имаева.
Читайте нас: